“Изгелек ҡыл балаға”
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың бойороғона ярашлы, республикала “Изгелек ҡыл балаға” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы үткәрелә. Уның барышында академик Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәгенең төп белгестәре республикабыҙҙағы йөрәк ауырыуы менән тыуған балаларҙы тикшереү һәм дауалау үткәрәсәк.
Үҫеп килеүсе быуын тураһында даими хәстәрлекте сағылдырыусы был сара Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һәм Ҡоролтай Секретариаты хеҙмәткәрҙәрен дә вайымһыҙ ҡалдырманы. Был акцияны яҡлап, улар үҙҙәренең шәхси средстволарынан 104 мең һумдан ашыу аҡса бүлде. Был аҡса ярашлы иҫәпкә күсерелде.



