
“Транснефть” акционерҙар компанияһы президенты Н.П. Токарев менән осрашыу
Фото: Олег ЯровиковУважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
“Транснефть” акционерҙар компанияһы президенты Н.П. Токарев менән осрашыу
Фото: Олег Яровиков“Транснефть” акционерҙар компанияһы президенты Н.П. Токарев менән осрашыу
Фото: Олег ЯровиковРеспублика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов “Транснефть” акционерҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе, компания президенты Н.П. Токарев менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән “Транснефть” акционерҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында Өфөлә ҡул ҡуйылған килешеүҙе тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.
М.Ғ. Рәхимов Башҡортостан предприятиелары һәм “Транснефть” компанияһының берлектәге эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы. Республика Президенты шулай уҡ ҙур потенциал булыуын һәм артабанғы эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү мөмкинлеген билдәләне. Осрашыуҙа республика территорияһында ҡайһы бер социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа “Транснефть” компанияһының ҡатнашыуы мәсьәләләре ҡаралды.
“Транснефть” башлығы Н.П. Токарев фекеренсә, Башҡортостан менән “Транснефть” акционерҙар компанияһының үҙ-ара файҙалы бик күп проекттары бар. Ул, ошо проекттарҙың барыһы ла уңышлы тормошҡа ашырылыр, тигән ышаныс белдерҙе.