
Туймазы районында тиҙҙән тау саңғыһы комплексы буласаҡ
Туймазы районында тиҙҙән “Ҡандракүл” тау саңғыһы комплексы эшләй башлаясаҡ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре сиктәрендә буласаҡ курортта төҙөлөш эштәре барышы менән танышты.
Әлеге ваҡытта ике тау саңғыһы трассаһын төҙөү тамамлана. Уларҙың береһенең оҙонлоғо – 600, ә икенсеһенең 320 метрға етә.
Был проектттың инвесторы булып «Уралтехнострой» корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Республика башлығына корпорация президенты Олег Әминев хәбәр итеүенсә, бында шулай уҡ 600 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана комплексы, балалар өсөн тау саңғыһы мәктәбе һәм ял итеү үҙәге төҙөү планлаштырыла.
Быйыл 1 декабргә ике трасса ла эшләй башлаясаҡ, тип көтөлә. Тау саңғыһы комплексы тулыһынса ике йылдан төҙөлөп бөтәсәк.