Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 80.40 ↑

9 июль, Кесе йома

Уфа   °

Молния

50 килограмдан ашыу наркотик юҡ ителде

Йәмғиәт

Өфөлә Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре наркотик матдәләрҙең ҙур партияһын юҡ итте. 50 килограмдан ашыу наркотик сәнәғәт мейесенә оҙатылды, шуның 48 килограмы – афған героины. Белгестәр баһалауынса, был сеймал бөтәһе 72 миллион һумлыҡ ярты миллион доза әҙерләргә етер ине.

Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был наркотик матдәләр наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡағылышы булған кешеләрҙе тотоу буйынса махсус операция үткәреү барышында тартып алынғайны. Республиканың автомобиль трассаларында героин ташыу менән шөғөлләнеүсе Тажикстан гражданы һәм Пермь крайының ике кешеһе тотолдо. Уларҙың еңел автомобилдәрендә, дөйөм алғанда, 43 килограмм героин табылды.

Юҡ ителгән наркотиктар Федераль именлек хеҙмәтенең тикшереү подразделениеһы 2007-2008 йылдарҙа ҡуҙғатҡан һәм тикшергән енәйәт эштәре буйынса матди дәлилдәр булып торҙо. Улар буйынса суд ҡарарҙары законлы көсөнә инде.

Лиә Нәғимова автор: Лиә Нәғимова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть