Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.60 ↑

EUR 87.03 ↓

14 август, Йома

Уфа   °

Молния

Хөкүмәттә сабыйҙар үлеме проблемаһын тикшерҙеләр

Йәмғиәт

БР Хөкүмәтендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов етәкселегендә үткәрелгән кәңәшмәлә сабыйҙар үлеме проблемаһы тикшерелде.

Тотош республика буйынса был күрһәткесте 1000 тере тыуған сабыйға 6,7-гә тиклем кәметеүгә өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер райондарҙа ул элеккесә республика буйынса уртаса күрһәткестән юғары булып ҡала.

Фидус Ямалетдинов, сабыйҙар үлеме күрһәткесе халыҡтың сәләмәтлеге торошон, медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен билдәләүсе фактор булып тора һәм етәкселәрҙең эше һөҙөмтәлелеген баһалауға йоғонто яһай, тип иҫкәртеп уҙҙы.

— Тейешле саралар күргәндә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, — тине вице-премьер. – Статистикаға эйә булыу ғына етмәй, ә сабыйҙар үлеменә юл ҡуймау буйынса саралар күреү мөмкинлеге булдырыу өсөн һәр тәғәйен осраҡҡа етди анализ яһарға кәрәк.

Елена Макушина автор: Елена Макушина
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть