
Туриндустрия союзы төҙөләсәк
Ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан туриндустрия союзы төҙөү буйынса ойоштороу съезы үтәсәк.
БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был йәмәғәт берекмәһенең төп маҡсаты – туристик хеҙмәтләндереүҙәр баҙарын юлға һалыу, төбәктең туризм мөмкинлектәрен киңәйтеү, Башҡортостан өсөн дөйөм туристик бренд булдырыу.
Башҡортостан туриндустрия союзына 500-ҙән ашыу турбизнес, ҡунаҡхана хужалығы, санатор-курорт комплексы ойошмалары, шулай уҡ транспорт, страховка компаниялары, уҡыу йорттары, туризм менән идара итеү төбәк ассоциациялары һәм органдары, шулай уҡ туризмды үҫтереү мәсьәләләрен даими яҡтыртып барыусы киң мәғлүмәт саралары инәсәк.