
«Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәтенең эше баһаланды
«Синтез-Каучук» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеү системаһы сифаты ИСО 9001:2008 халыҡ-ара стандарты талаптарына тап килә –Швейцарияның «SGS» фирмаһы аудиторҙары ошондай һығымта яһаны.
Предприятие белгесе Тамара Николаева әйтеүенсә, аудиторҙар төркөмө каучук эшләүселәр коллективының көслө яҡтарын билдәләне: производство персоналының юғары һөнәрилеге, уның команда рухы; предприятие тарихына һаҡсыл мөнәсәбәт; корпоратив гәзиттәре булыуы; сифат менеджменты системаһы процестары документацияһының уңайлы формаһы; мәғлүмәтлелек, йөкмәткелелек күҙлегенән эске аудиттарҙың һөҙөмтәлелеге; продукцияның конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән идеяларҙы индереүсе үҫеш хеҙмәтенең уңышлы эшләүе.