
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар фестивале уҙасаҡ
27 октябрь баш ҡаланың 28-се махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәбе-интернатында мөмкинлектәре сикләнгән балалар слеты башлана. Ул йыл һайын үткәрелә һәм быйыл туғыҙынсы тапҡыр үтәсәк.Сараның ойоштороусыһы – БР Мәғариф министрлығы. “Башинформ” агентлығына ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың проблемаларына йүнәлтеү.
Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн республиканың 37 махсус учреждениеларынан 200-гә яҡын бала йыйыласаҡ. Ҡатнашыусыларҙы төрлө спорт төрҙәре буйынса бәйгеләр көтә. Балалар шиғыр уҡыу, йыр башҡарыу, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау кеүек ижади конкурстарҙа ла үҙҙәрен һынап ҡарай ала.