
Өфө трикотаж фабрикаһы алтын миҙал яуланы
Екатеринбург ҡалаһының Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә уҙған “Экспоподиум” XVIII махсуслаштырылған еңел сәнәғәт тауарҙары күргәҙмәһендә “Өфө трикотаж фабрикаһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коллекцияһы “Көҙ-ҡыш” йәштәр коллекцияһы конкурсында беренсе урын һәм продукцияның сифаты өсөн алтын миҙал яуланы.
"Башинформ"мәғлүмәт агентлығына БР-ҙың Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә 65 Рәсәй һәм сит ил етештереүселәре ҡатнашҡан.