
436 йәш ғаилә торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәк
2002 – 2010 йылдар осорона ҡабул ителгән “Торлаҡ” федераль маҡсатлы программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” ярҙамсы программаһы сиктәрендә 436 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ.
“Башинформ” агентлығына БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн федераль бюджеттан 128,365 миллион һум бүленгән.
“Фатир мәсьәләһен” хәл итеү — дәүләт йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе. Башҡортостан Республикаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса 2003 – 2010 йылдар осорона ҡабул ителгән дәүләт программалары уңышлы эшләй. Программа ҡабул ителгәндән бирле 10 мең йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты: 2171 ғаилә — льготалы кредит, 1602-һе — өҫтөнлөклө шарттарҙа фатир, 2883 -сө — йорт төҙөү йәки уны һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр, 3500-ҙән ашыу ғаилә бала тыуғанда бирелгән субсидиялар алды.