Салауат проспектында яңы гипермаркет асыласаҡ
“Сауҙа проекты” компанияһы үҙенең 10 йыллығын яңы гипермаркет асыу менән билдәләйәсәк. Рәсми рәүештә ул 23 октябрҙә үткәрелә. 500 квадрат метрлыҡ майҙанда сауҙа-технологик ҡорамалдар һатыласаҡ. Бөгөнгө көнгә был – республика территорияһында бындай форматтағы берҙән-бер сауҙа майҙансығы.



