
Юридик фән үҫешен тикшерәләр
Өфөлә 7-8 октябрҙә “Хәҙерге шарттарҙа юридик фән һәм практиканы үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. РФ Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында уны ойоштороусылар – Башҡорт дәүләт университеты һәм БДУ-ның Хоҡуҡ институты. Ғилми форум БДУ-ның 100 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында юғары юридик белемдең 60 йыллығына арналған.
Конференцияла төрлө илдәрҙән күренекле ғалимдар һәм белгестәр ҡатнаша. Форумдың беренсе эш көнө БДУ-ның Хоҡуҡ институты базаһында үтә. Кесе йома, 8 октябрҙә, пленар ултырыш БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда үтәсәк. Унда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, ғалим-юристар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Конференция йомғаҡтары буйынса унда ҡатнашыусыларҙың эштәре йыйынтығы баҫып сығарыласаҡ.




