
Иң яҡшы докторанттар, аспиранттар һәм студенттар – Президент стипендиаттары
Башҡорт дәүләт аграр университетының иң яҡшы докторанттарына, аспиранттарына һәм студенттарына
Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты дипломдары тапшырылды.
Наградлау тантанаһы Өфөлә бер юлы ике байрам — Республика көнө һәм Ауыл хужалығы
һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан үткәрелде. Наградланыусылар
араһында — ике докторант, биш аспирант һәм 13 студент. Уларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов ҡотланы.
Шамил Вахитов – үҙе лә БДАУ-ҙы тамамлаған — аграр вуз тормошоноң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләне. Уҡыу процесы камиллаштырыла, матди-техник база нығытыла, перспективалы фәнни эшкәртмәләр алып барыла.
Вице-премьер Башҡортостанда ҡулланылған агросәнәғәт комплексына һәм йәш белгес-аграрийҙарға
ярҙам саралары, атап әйткәндә "2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше" программаһы,
торлаҡ, инженер һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөлөшө хаҡында һөйләне.