Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 70.88 ↓

EUR 80.41 ↓

10 июль, Йома

Уфа   °

Молния

Италия технологиялары менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы

Иҡтисад

       Башҡортостанда "Сауҙа-сәнәғәт палаталары селтәре аша бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы интернационалләштереү" Европа проекты башлана. Уның төп маҡсаты — республиканың бәләкәй предприятиеларына халыҡ-ара эшлекле миссияларҙы ойоштороуҙа матди таяныс булдырыу, экспортҡа тауарҙар етештереүсе предприятиеларға ярҙам күрһәтеү һәм сит ил ҡорамалдарын алмаштырыусы технологияларҙы индереү.

       БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе, Италия — Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостан вәкиллеге етәксеһе Руслан Кинйәкәев хәбәр итеүенсә, Италия — Рәсәй сауҙа палатаһы үҙенең төбәктәге вәкиллеге офисы аша Италияға маҡсатлы эшлекле сәфәрҙәргә кандидаттарҙы конкурс нигеҙендә һайлап ала. Улар бер үк ваҡытта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең биш төрө буйынса күргәҙмә-йәрминкә сараларына ла ҡатнашасаҡ.

       Быйыл Италияға 11 кеше ебәреләсәк. Улар бер нисә көн буйына эшлекле миссия менән Италия ҡалаларының береһендә буласаҡ.

Любовь Колоколова автор: Любовь Колоколова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть