
"Оҫталар ҡалаһы" ҡул эштәре күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк
"Оҫталар ҡалаһы" — 19 сентябрҙә "Баштехинформ" республика фәнни-техник һәм мәғлүмәт комплексы күргәҙмә үҙәгендә ошондай баш аҫтында ҡул эштәре изделиеларының күргәҙмә-йәрминкәһе эшләй башлаясаҡ. Унда "hand made" техникаһында ижад иткән 20-нән ашыу оҫта ҡатнашасаҡ.
Уларҙың эштәре төрлө йүнәлештәрҙә башҡарылған: эксклюзив биҙәүестәр, ҡайын туҙынан әйберҙәр, уйынсыҡтар һәм башҡалар. Ойоштороусылар билдәләүенсә, быларҙың барыһы менән дә һоҡланыу ғына түгел, оҡшағандарын һатып алырға ла мөмкин. Ә бәлки, үҙ ҡулдарығыҙ менән ошондай ҡыҙыҡлы әйберҙәр ижад итеү теләге лә уяныр, был үҙ-үҙеңде сағылдырыу ысулы ғына түгел, ә хәҙерге иҡтисади тотороҡһоҙ заманда өҫтәмә табыш сығанағы ла бит.
Күргәҙмә-йәрминкә ике көн барасаҡ.




