Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе

Йәмғиәт

       10 сентябрҙә Өфөнөң Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәгендә йәштәр өсөн республика вакансиялар йәрминкәһе ойоштороласаҡ. Ул "Эш — йәштәргә!" акцияһы сиктәрендә үтәсәк. Сараның төп маҡсаты — йәш кешеләргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү.

       Йәрминкәгә төрлө милекселек формаһындағы предприятиелар һәм ойошмалар, уҡыу-курс комбинаттары һәм ҡаланың кадрҙар агентлыҡтары вәкилдәре саҡырылған.

       Ойоштороусылар йәштәр өсөн вакантлы урындар тураһында киң мәғлүмәт бирәсәк, тест үткәреү, шулай уҡ юридик, психологик һәм һөнәр һайлау йүнәлешендә консультациялар ойошторасаҡ.

       Киләһе ошондай уҡ акциялар 11 сентябрҙә Күмертауҙа, 16 сентябрҙә Нефтекамала үткәреләсәк.

Эльмира Сабирова автор: Эльмира Сабирова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть