Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.17 ↑

EUR 81.46 ↓

8 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостан иҫке йорттарҙан халыҡты күсереү буйынса алдынғылар иҫәбендә

Иҡтисад

       Башҡортостанда бер мең самаһы кеше авария хәлендәге йорттарҙан яңы йорттарға күсеп сыҡты. "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды" Дәүләт корпорацияһының Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә бөтәһе был категорияға ҡараған 17 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты.

       Фонд мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 сентябргә Башҡортостан был күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урында. Беренселә — Кемерово өлкәһе (2302 кеше күсерелгән), унан ҡала Новосибирск (1452), Һарытау (1228) һәм Липецк (1030) өлкәләре.

Марият Артюхова автор: Марият Артюхова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть