Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.34 ↑

EUR 80.55 ↓

7 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Молния

Июлдә көндәр бик эҫе булмаясаҡ

Йәмғиәт

Июль Өфө һәм республика халҡына эҫе көндәр вәғәҙә итмәй. "Башгидромет" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, яҡындағы көндәрҙә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Иртәгә Өфөлә алты градустан 21 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә, кесе йома көнө — дүрт градустан 23 градусҡа тиклем.

Ял көндәренә һауа температураһы артыҡ үҙгәрмәйәсәк, уның ҡарауы, яуым-төшөм ихтималлығы 40-60 процентҡа тиклем арта. Йома һәм шәмбе ҡойма ямғырҙар үтәсәк. Һауа көндөҙ 21-24 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Төнөн 10-11 градус йылы буласаҡ.

Иртәгә йәйҙең икенсе айы башланыуға ҡарамаҫтан, төбәгебеҙҙә бер нисек тә ысын йәй урынлашып етә алмай.

Евгений Рәхимҡолов автор: Евгений Рәхимҡолов
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть