Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 80.40 ↑

9 июль, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Халыҡтар мәҙәниәте диалогы мәсьәләләре буйынса конференция

Сәйәсәт

"Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы: сәйәси-хоҡуҡи, тарихи һәм социаль-мәҙәни аспекттар" республика ғилми-ғәмәли конференцияһы 29 майҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткәрелә. Форум Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының II съезын үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә ойошторола.

Конференцияның ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, унда ҡатнашыусылар Башҡортостан территорияһында йәшәүсе халыҡтар мәҙәниәттәрен тергеҙеү һәм үҫтереүҙең төп этаптарын һәм механизмдарын тикшерергә планлаштыра. Конференцияны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Фәндәр академияһы, БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Булат Юлбарисов автор: Булат Юлбарисов
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть