Нефтекаманан уҡыусы - Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры
Нефтекаманан 11-се синыф уҡыусыһы Ринат Солтанов Рәсәй нанотехнологиялар корпорацияһы менән берлектә Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты үткәргән "Нанотехнологиялар — киләсәккә ынтылыш" III Бөтә Рәсәй интернет-олимпиадаһы призеры булды.
"Химия" дисциплинаһында Башҡортостандан уҡыусы тиҫтерҙәре араһында иң яҡшыларҙың береһе булды һәм икенсе урын яуланы.
Олимпиадала ҡатнашыуға теркәлгән 6000 кешенән 137-һе көндөҙгө турға үтте. Былар Рәсәйҙең 49 ҡалаһынан һәм БДБ илдәре: Беларусия, Ҡаҙағстан, Тажикстандан уҡыусылар, студенттар, йәш ғалимдар һәм аспиранттар.
Көндөҙгө тур сиктәрендә балаларға теоретик мәсьәләләрҙе сисергә һәм нанотехнологиялар буйынса ғилми-белем биреү үҙәгенең хәҙерге заман тикшеренеү ҡорамалында эксперимент үткәрергә тура килде.
Еңеүсе дипломынан тыш, Ринат "Роснано"нан 20000 һум аҡса ла алды.



