
ӨДНТУ Германиянан ҡунаҡтар ҡабул итте
Өфө дәүләт нефть техник университетында Германияның Кассель ҡалаһы Университеты ректоры профессор Рольф-Дитер Постлеп етәкселегендәге делегацияны ҡаршы алдылар. Был сәфәр ӨДНТУ менән Кассель ҡалаһы Университеты араһындағы фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә үтә.
Программа сиктәрендә Германиянан ҡунаҡтар ҡатнашлығында "Экологик проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары" темаһына халыҡ-ара ғилми конференция үткәреү планлаштырылған. Конференцияла ҡатнашыусылар әле үк алып барылған хеҙмәттәшлек тәжрибәһенә анализ яһаны, шулай уҡ партнерлыҡ бәйләнештәре урынлаштырыуҙың артабанғы мөмкинлектәрен ҡараны.




