
Башҡортостан парламентарийҙары Свердловск өлкәһенә юлланды
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай делегацияһы спикер Константин Толкачев етәкселегендә бөгөн Свердловск өлкәһенә юлға сыҡты.
Сәфәр программаһында — БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Свердловск өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы араһында ҡануниәт эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу, губернатор Эдуард Россель менән осрашыу, Свердловск парламентарийҙары менән тәжрибә уртаҡлашыу, башҡа саралар.
Делегация составында — Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе Венир Аҙнағолов, республика парламенты комитеттары рәйестәре Лев Бакусов, Зөфәр Еникеев, Франис Сәйфуллин, комитеттар рәйестәре урынбаҫарҙары Дмитрий Купцов, Эльвира Юнысова, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе ярҙамсыһы Наил Фәррәхов.