8-9 майҙа Өфөлә "Хәтер" акцияһы үтәсәк
Бөйөк Еңеүҙең 64 йыллығы хөрмәтенә Өфөлә 8-9 майҙа "Пятерочка", "Полушка", "Матрица", "Монетка", Магнит", "Патэрсон", "Байрам" һәм "Лукошко" эре сауҙа селтәрҙәренең 140-лап магазинында "Хәтер" акцияһы үткәреләсәк.
Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәте хәбәр итеүенсә, акцияның асылы шуға ҡайтып ҡала: был көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм уға тиңләштерелгән граждандар категориялары, тейешле танытмаларын күрһәтеп, һатып алған әйберҙәренә ташлама аласаҡ. Акцияла ҡатнашыусы бөтә магазиндарҙа махсус плакаттар элеп ҡуйыласаҡ.