
1 майҙа автотранспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыласаҡ
1 майҙа 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64
йыллығына арналған ХХVI Өфө еңел атлетика ярыммарафонын
үткәреү менән бәйле, баш ҡалала автотранспорт хәрәкәте
ваҡытлыса ябыласаҡ.
Иртәнге сәғәт 10-дан 15 сәғәткә тиклем ярыммарафонсылар
трассаһы: Салауат Юлаев майҙаны — Зәки Вәлиди урамы, Совет
урамы, Туҡаев урамы, Карл Маркс урамы, Зәки Вәлиди урамы
ябыла. Ойоштороусылар ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ килтергәндәре
өсөн ғәфү үтенә.



