
Тағы бер даими эшләүсе ауыл хужалығы йәрминкәһе барлыҡҡа киләсәк
1 майҙан Өфөлә тағы бер ауыл хужалығы йәрминкәһе эшләй башлаясаҡ. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул Өфө — Шаҡша автомобиль юлы буйында Төньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы районында урынлашасаҡ. Йәрминкә көн һайын сәғәт 9-ҙан 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Республикала өс ауыл хужалығы йәрминкәһе даими эшләй: Сипайловола, Черниковкала һәм Затонда.