Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.34 ↑

EUR 80.55 ↓

7 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Молния

Президент Өфөлә һәм Өфө районында ҡайһы бер объекттарҙа булды

Сәйәсәт

Шәмбе, 28 март көнө, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфө ҡалаһы һәм районындағы ҡайһы бер социаль һәм иҡтисади өлкә объекттарын ҡараны. Эш сәфәрендә уны БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

Республика башлығы, атап әйткәндә, 39-сы гимназияла, Дәүләткилдиев исемендәге Республика художество гимназия-интернатында һәм Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназияһында булды. Был инновацион белем биреү учреждениеларында реконструкция алып барыла.

Реконтрукция шулай уҡ "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында ла үткәрелә — тиҙҙән бында яңыртылған ял итеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Һуңынан Президент Өфө районындағы коттедждар ҡаласығында һәм "Алексеевка" совхозында булды.

Елена Макушина автор: Елена Макушина
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть