
Президент Урал аръяғында булып ҡайтты
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 14 мартта Урал аръяғы райондары буйлап эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты.
Баймаҡ районында ул агросәнәғәт секторындағы эштәр торошо менән танышты: Күлтабан ауылында 1280 баш һыйыр малына иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы, Әбделкәрим ауылында мәҙәни-белем биреү комплексы төҙөлөшөн, Урғаҙы ауылында реконструкцияланған ауыл хужалығы техникумын ҡараны.
Хәйбулла районында Мортаза Рәхимов социаль объекттарҙа — Аҡъярҙа үҙәк район дауаханаһында, Йәнтеш ауылы мәктәбендә, "Һаҡмар" шифаханаһында, Бүребай ауылы мәктәбендә булды.
Йылайыр районында ла уның иғтибарын дөйөм белем биреү объекттары — район үҙәгендәге Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы һәм мәктәп — йәлеп итте.
Ейәнсура районында республика башлығы Иҫәнғол ауылындағы бассейн төҙөлөшө менән танышты.
Эш сәфәрендә уны БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.



