Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала коронавирустан вакцинация пункттары һаны кәметелде

Йәмғиәт

Башҡортостанда эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуы сәбәпле күсмә вакцинация пункттарының һаны кәметелә. Медицина хеҙмәткәрҙәрен амбулатор  звеноға күсерәләр.

Шулай итеп, 11 күсмә пункттың өсәүһе генә эшләй: «Торатау» конгресс-холында (9:00-19:00), «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә (13:00-19:00) һәм «Мир» сауҙа үҙәгендә(13:00-19:00).

Әйткәндәй, 11 күсмә пункт эшләгән осорҙа унда 61 530 кеше — вакцинаның беренсе, 52 109 кеше икенсе компонентын алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күсмә пункттарҙа вакцинация «йәнле сират» тәртибендә ойошторола. Коронавирустан прививкаға поликлиникаларҙа яҙылырға мөмкин:  

— Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;

— Колл-үҙәк телефоны аша – 122;

— поликлиника регистратураһына шәхсән килеп йәки телефон аша.

Вакцинацияға һәм коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙар буйынса ҡыҙыу элемтә телефондары:

— Башҡортостан Республикаһының Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге — 8(347) 218-19-19;

— коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙар буйынса — 8 (347) 286-58-27; 8 (347) 279-91-20 (тәүлек әйләнәһенә); 122 (шылтыратыу бушлай).

https://www.bashinform.ru/news/1650970-v-bashkirii-sokratili-kolichestvo-mobilnykh-punktov-vaktsinatsii-ot-koronavirusa-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть