Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Олег Хмарин — Өфөнөң транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе

Сәйәсәт

Өфө хакимиәтендә — кадрҙар үҙгәреше. Олега Хмарин Өфөнөң транспорт һәм элемтә идаралығын етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

«Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Олег Сергеевич транспорт һәм юл хужалығы өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә. Беҙҙең командаға рәхим итегеҙ, – тине Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков, мэриялағы оператив кәңәшмәлә Хмарин менән таныштырып.

Олег Хмарин 1990 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.

Коммерция һәм муниципаль предприятиеларҙа эшләй. 2016 йылдан Өфө хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығында тәүҙә — белгес, һуңынан транспорт инфраструктураһын үҫтереү бүлеге етәксеһе була.

2019 йылдан Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/1650809-upravlenie-transporta-i-svyazi-ufy-vozglavil-oleg-khmarin/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть