Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостандың төҙөлөш тармағы һәм транспорт өлкәһе мөмкинлектәрен баһаланы

Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Урал транспорты», «Төҙөлөш» һәм «Күсемһеҙ милек» күргәҙмәләрендә төҙөлөш һәм транспорт өлкәһендәге яңы проекттар менән танышты, республиканың төп транспорт предприятиелары һәм төҙөлөш ойошмаларының экспозицияларын ҡарап сыҡты.

«Урал транспорты» күргәҙмәһе илдә ҙур төбәк тармаҡ экспозицияһы булып тора. Унда йыл һайын юл-төҙөлөш ойошмалары, техника һәм ҡорамал етештереүселәр, ватан һәм сит ил автомобиль эшләүселәр дилерҙары, юл-транспорт инфраструктураһы, хеҙмәттәр технологияларын һәм объекттарын булдырыусылар ҡатнаша.

«Башавтотранс» предприятиеһы «ВДНХ-Экспо» алдындағы майҙанда ике яңы пассажир автобусын күрһәтте, улар араһында «НЕФАЗ» акционерҙар йәмғиәте бар. «Башавтотранс»тың генераль директоры Надир Самиев республика етәксеһенә ошо көндәрҙә Өфөлә «НефАЗ» һәм «Вектор Next» маркалы 60 яңы автобустың популяр маршруттарға сығыуы тураһында һөйләне.

«Автобустар пассажирҙарҙы автобустарҙың етмәүе күҙәтелгән йүнәлештәр буйынса йөрөтә. Улар — 51-се, 69-сы, 75-се, 39-сы, 30-сы и 30К кеүек маршруттар. Бер нисә берәмек техниканы ҡала янына бүлдек. Ике йыл элек кенә «Башавтотранс» Өфөлә тәүлек һайын 98 мең пассажир йөрөтһә, хәҙер был һан 260 меңдән ашыу пассажир тәшкил итә», — тине Надир Самиев.

Радий Хәбиров коммуналь һәм юл техникаһы өлгөләре менән танышты,  «Башкиравтодор» вәкилдәре уға юл төҙөлөшөндәге яңы технологиялар хаҡында һөйләне.

Күргәҙмә комплексында иһә төп төҙөлөш компаниялары үҙҙәренең экспозицияларын ойошторҙо. Төҙөлөш компаниялары етәкселәре менән аралашҡанда Радий Хәбиров баш ҡалала яңы биҫтәләр төҙөү пландары менән ҡыҙыҡһынды.

Республиканың төҙөлөш министрлығы майҙансығында Башҡортостан Башлығына Көрәш һарайы һәм «Урал-Арена» волейбол комплексының макеттарын күрһәттеләр.

Рәсәй тимер юлдары стендында Радий Хәбиров Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев менән Өфө тимер юлы ҡулсаһын төҙөү планын тикшерҙе.

Проекттың хаҡы — яҡынса 6 миллиард һум.Төҙөлөш-монтаж эштәрен 2022-2024 йылдарҙа башҡарыу күҙаллана. Яҡынса планға ярашлы, республика ике юл күпере (Өфө — аэропорт трассаһында һәм Чесноковка ҡасабаһы янында) төҙөлөшөн финанслауҙы үҙ өҫтөнә ала.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты етәкселеге аэровокзал комплексын артабан яңыртыуҙың нисек дауам итәсәге тураһында һөйләне. Алдағы ике йылда өс терминалды берҙәм архитектура концепцияһына берләштереү һәм вокзал яны майҙанының үҙәк секторын яңыртыу планлаштырыла. Яңы ҡунаҡхана төҙөү планы ла бар.  

Радий Хәбиров республиканың һауа ҡапҡалараны яңыртыу эштәренең 2024 йылға, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына тамамланырға тейешлеген иҫкә төшөрҙө.

https://www.bashinform.ru/news/1650612-radiy-khabirov-otsenil-vozmozhnosti-stroitelnoy-otrasli-i-transportnoy-sfery-bashkirii-/

  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть