Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 70.96 ↓

EUR 82.68 ↓

20 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Салауат театры Өфөлә «Абау, димсе килә!» музыкаль комедияһын сәхнәләштерә

Мәҙәниәт

6 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Салауат башҡорт драма театры сығыш яһай. Бында Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса «Абау, димсе килә!» музыкаль комедияһы күрһәтелә. Өфө тамашасыһы өсөн был – премьера.

Комедияның төп геройы – димсе Әминә үҙенең матурлығын, ҡатын-ҡыҙ аҡылын һәм тормош һөйөүсәнлеген юғалтмаған. Ул тол ҡалған бай ир Рифкә кейәү эҙләй. Йорт хужаһының ҡыҙҙары, кейәүҙәр һәм бөтә геройҙар өсөн дә мөхәббәт ауылына әйләнгән ауылдың халҡы ла мауыҡтырғыс ваҡиғалар өйөрмәһендә ҡала. Иң мөһиме – мөмкинлегеңде ҡулдан ысҡындырмау һәм мажараларға, хис-тойғоларға ҡаршы аҙымды ваҡытында яһау.

Ҡуйыусы режиссер — Зиннур Сөләймәнов, ҡуйыусы рәссам— Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор — Илсаф Вәдүтов, балетмейстер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Спектаклдә театрҙың бөтә актерҙары ҡатнаша. Башҡорт телендәге спектакль руссаға синхрон тәржемә ителә.  

https://www.bashinform.ru/news/1650504-salavatskiy-teatr-predstavit-v-ufe-premeru-muzykalnoy-komedii-ostorozhno-svakha-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: театр
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть