Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 70.96 ↓

EUR 82.68 ↓

20 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда 1,160 миллион кеше өсөн коронавирустан вакцинация тамамланды

Йәмғиәт

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, республикаға 1,759 миллиондан ашыу доза коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтерелгән. Был турала дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, 1,269 миллион кеше вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан йәки алынған вакцинанан 72,1 процент. Ә 1,160 миллион кеше өсөн вакцинация тулыһынса тамамланған, был Башҡортостанға килтерелгән вакцинаның 65 процентын тәшкил итә.

«Республикала 203 вакцинация пункты асылған. Бөтәһе лә штат режимында эшләй. Вакциналар бар», — тине Азат Рәхмәтуллин.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 27 сентябргә республикала 65,6 меңдән ашыу сирле асыҡланған. Һуңғы аҙнала 2 806 кеше коронавирус йоҡторған, был уҙған аҙнаға ҡарағанда 27,2% күберәк.

Хәҙерге көндә Башҡортостанда — Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ике ҙур инфекция үҙәге эшләй. Икеһе лә пациенттар менән тулған. Шуға күрә республикала 770 урынлыҡ тағы дүрт ковид-госпиталь асыу планлаштырыла.  

https://www.bashinform.ru/news/1650385-polnostyu-zavershena-vaktsinatsiya-dlya-1-160-mln-zhiteley-bashkirii/

    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть