Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 70.96 ↓

EUR 82.68 ↓

20 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала 279 мәктәп карантинға ябылған, 730-ында коронавирус осрағы асыҡланған

Йәмғиәт

Башҡортостанда балалар күпләп ауырый. Был турала республиканың Роспотребнадзор идаралығы етиксеһе Анна Казак хәбәр итте. Статистикаға ярашлы, 730 белем биреү ойошмаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары асыҡланған.

«Биштән артыҡ кеше сирләгән кластарҙа карантин индерелә. Республиканың 279 мәктәбендә ошондай сикләү сараһы ғәмәлдә (768 класс), — тине Анна Казак. – Был аҙнала барлыҡ белем биреү ойошмаларында рейдтар уҙғарыла».

Башҡортостандың баш санитар табибы билдәләүенсә, кешеләр тынысланды. Сауҙа үҙәктәрендә, транспортта һәм күп кеше ҡатнашлығындағы сараларҙа битлек режимын һәм социаль арауыҡты үтәүгә иғтибар ителмәй. Анна Казак ошо хәүефһеҙлек сараларын ҡаты контролдә тоторға тәҡдим итте.  

https://www.bashinform.ru/news/1650360-v-bashkirii-279-shkol-zakrylis-na-karantin-v-730-obnaruzheny-sluchai-koronavirusa/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть