Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 70.96 ↓

EUR 82.68 ↓

20 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы кәметәләр

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы мөмкин тиклем кәметергә ҡушты. Был ҡатмарлы эпидемиологик хәл менән бәйле.

«Йәй көнө байтаҡ саралар үткәрҙек. Әйҙәгеҙ, төрлө форумдарҙы, осрашыуҙарҙы уҙғармай торайыҡ. Тик транспорт форумын ойоштороуҙы һорайым, сөнки ҡунаҡтар саҡырғанбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, хәҙер республикала календарға индерелгән рәсми ярыштар ғына үткәрелә. Ләкин ҡатнашыусылар буш залдарҙа, тамашсыларһыҙ сығыш яһай. Был сикләү профессиональ клубтарға ҡағылмай («Салауат Юлаев» хоккей клубы, «Өфө» футбол клубы, «Урал» волейбол клубы). Ошо командаларҙың етәкселәре республиканың яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабына тамашасы урындарын 50% тултырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, мәҙәни саралар календарь һәм гастроль планы буйынса ойошторола. Учреждениеларға ПЦР-тестар йәки прививка тураһында сертификат менән генә инергә рөхсәт ителә.

https://www.bashinform.ru/news/1650335-v-bashkirii-maksimalno-sokrashchayut-massovye-meropriyatiya/

      

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть