Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23

EUR 82.72

18 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бүздәк районында үҙҙәренең энциклопедияһы менән таныштырҙылар

Йәмғиәт

Бүздәк районы мәҙәниәт һарайында төбәк энциклопедияның исем туйы уҙҙы, тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Бүздәк районы тураһында киң күләмле белешмә «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт учреждениеһы белгестәре тарафынан «Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарының этно-мәҙәни үҫеше» дәүләт программаһы сиктәрендә әҙерләнде.

«Бүздәк районы — беҙҙең тыуған яғыбыҙ, яҙыусы һәм шағирҙар, композиторҙар һәм рәссамдар, педагогтар һәм табиптар, ауыл хужалығы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бай төбәк. Бик күп һәләтле, талантлы шәхестәр үҙен ошо Бүздәк еренән сыҡҡан», — тине Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов.

Хакимиәт һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы тарихсыларҙы һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе баҫманы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән билдәләп үтте. Сараны Бүздәк районының ижади коллективтары сығыштары биҙәне.

Китаптың исем туйында «Башҡорт энциклопедияһы» ойошмаһы директоры Уйылдан Сәйетов, энциклопедияның ғилми мөхәррире Гөлдәр Ишкинина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, «Без башкортлар» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев, мировой судья, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғүмәр Әндәрйәнов ҡатнашты.

«Башҡорт энциклопедияһы» ойошмаһы директоры Уйылдан Сәйетов республика энциклопедистикаһы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, төбәк энциклопедистикаһы 90-сы йылдар башында үҫешә башлай. 1996 йылда башҡорт телендәге тәүге энциклопедия баҫылып сыға. Әле ойошма иҫәбендә 36 томдан торған 24 энциклопедия, «Башҡорт энциклопедияһы» — Рәсәй энциклопедистикаһы лидеры. Уйылдан Сәйетов Бүздәк районы халҡына, эшсе төркөмгә рәхмәтен еткерҙе.

Ҡатнашыусылар алдында тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин, «Без башҡортлар» ойошмаһы рәйесе Радик Бәхтиев сығыш яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов китап өҫтөндә эшләгән әүҙем белгестәргә Ҡоролтай бүләктәрен тапшырҙы.

Баҫма ике өлөштән тора. Беренсеһе монографик тасуирламанан ғибәрәт, ул райондың географияһына, тарихына, мәғрифәтенә, мәҙәниәтенә, башҡорт ырыуҙарына бағышланған. Инеш мәҡәләлә 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре килтерелгән. Икенсе өлөш алфавит тәртибендә ҡоролған, унда тораҡ пунктар, башҡорт ырыуҙары, ер-һыу атамалары, ҡаҙылма байлыҡтар, археология ҡомартҡылары, сәнәғәт объектары, сәнғәт коллективтары, төньяҡ-көнбайыш диалект үҙенсәлектәре тураһында материалдар һайланған. Биографик мәҡәләләрҙә райондың данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында белешмәләр бар.

1800 дана менән сыҡҡан Бүздәк энциклопедияһына 1480 мәҡәлә һәм меңдән ашыу һүрәт ингән. Район тарихының төрлө йүнәлештәге мөһим ваҡиғалары 579 биткә һыйған.

  https://www.bashinform.ru/news/1650052-v-buzdyakskom-rayone-bashkirii-prezentovali-svoyu-entsiklopediyu/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть