Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә 25 сентябрҙән йорттарға йылы бирә башлайҙар

Йәмғиәт

Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков 23 сентябрҙә яңы йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. 25 сентябрҙән күп фатирлы йорттарға йылы бирә башлайҙар, тип хәбәр ителә мэрия сайтында.

Ҡарарҙа йылылыҡ энергияһы менән тәьмин иткән предприятие етәкселәренә ҡулланыусыларға уларҙың ғаризаларына ярашлы йылы биреү бурысы йөкмәтелгән. Йорттарға йылыны ваҡытында биреү Өфө хакимиәте бүлектәре етәкселәре, баш ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтары контролендә тотола.

Барлыҡ һорауҙар менән 277-09-11 номеры буйынса йылытыу миҙгелендә эшләү буйынса ҡала штабының колл-үҙәгенә шылтыратырға мөмкин.

Шулай уҡ халыҡ үҙенең идарасы компанияһына, торлаҡ милекселәре ширҡәтенә, ресурстар менән тәьмин итеү ойошмаларына мөрәжәғәт итә ала.

https://www.bashinform.ru/news/1649515-v-ufe-v-zhilykh-domakh-nachnut-podavat-teplo-s-25-sentyabrya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть