Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров EuroSkills чемпионатында мәғариф министрынан Башҡортостанда һөнәри белем биреү үҙәген асыуҙы һорай

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Австрияла. Республика етәксеһе Грац ҡалаһында EuroSkills чемпионатында ҡатнаша.

«Үҙебеҙҙә WorldSkills Russia үткәргәндән һуң WorldSkills чемпионатының халыҡ-ара этаптарына ла көсөбөҙ етә, тип ышаныслы әйтә алам, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовты һөнәри белем биреү буйынса федераль компетенциялар үҙәген беҙҙә асырға кәрәк тип ышандырам».

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында EuroSkills Graz 2021 чемпионатында Сибай күп профилле һөнәри колледжын тамамлаған Илнур Шәйхисламов тың ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйне. Ул «Төҙөлөш эштәре» категорияһының «Ташты архитектур эшкәртеү» категорияһында сығыш яһай.

https://www.bashinform.ru/news/1649269-radiy-khabirov-na-euroskills-prosit-ministra-prosveshcheniya-otkryt-tsentr-profobrazovaniya-v-rb/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть