Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

5 октябрҙән Рәсәй тағы бер нисә ил менән авиабәйләнеште тергеҙә

Иҡтисад

5 октябрҙән Рәсәй Дания, Джибути, Яңы Зеландия, Перу, Көньяҡ Африка Республикаһы, шулай уҡ Гоа һәм Тенерифе менән авиабәйләнеште тергеҙә, тип хәбәр итте «Известия» коронавирустың таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штабҡа һылтанма менән.

«Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса һәм айырым илдәрҙәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, 2021 йылдың 5 октябренән түбәндәге дәүләттәр менән даими авиабәйләнеште тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тиелә хәбәрҙә.

Ҡарар Джибутиға (Мәскәү — Джибути), Яңы Зеландияға (Мәскәү — Веллингтон), Перуға (Мәскәү — Лима), Көньяҡ Африка Республикаһына (Мәскәү — Кейптаун, Мәскәү — Йоханнесбург), Данияға (Санкт-Петербург — Копенгаген) ҡағыла.

Бынан тыш, Мәскәү — Тенерифе маршруты буйынса Испания менән авиабәйләнеш тергеҙелә.

Оперштабтың белдереүендә Һиндостан тураһында ла һүҙ бара: һәр маршрутта аҙнаһына бер тапҡыр Мәскәү — Гоа, Санкт-Петербург — Дели һәм Санкт-Петербург — Гоа маршруттары буйынса.

Танзания менән авиабәйләнеш 1 ноябргә тиклем туҡтатылды. Сәбәбе — эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуы.

Бынан алда Рәсәй Испания, Ираҡ, Кения һәм Словакия менән авиабәйләнеште тергеҙҙе, шулай уҡ Белоруссия менән осошҡа сикләүҙәрҙе бөтөрҙө.

https://www.bashinform.ru/news/1648993-s-5-oktyabrya-rossiya-vozobnovit-aviasoobshchenie-eshche-s-neskolkim-stranami-/        

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть