Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров EuroSkills Graz 2021 чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты

Йәмғиәт

22 сентябрҙә Австрияның Грац ҡалаһында EuroSkills Graz 2021 һөнәри оҫталыҡ буйынса Европа чемпионаты башланды. Чемпионат 26 сентябрҙә тамамлана. Ярыштарҙы асыу тантанаһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының (Ворлдскиллс Рәсәй) генераль директоры Роберт Уразов ҡатнашты.

Ярыштар Шварцль күлендә «Оҫталыҡ ауылы»нда 38 төп һәм 10 презентация компетенциялары буйынса уҙғарыла. Чемпионатта 31 илдән 400-гә яҡын кеше ҡатнаша.

Рәсәйҙең йыйылма командаһы һайлап алыу ярыштары йомғаҡтары, шулай уҡ 2020 йылда уҙған «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән. Уға илдең 15 төбәгенән 57 конкурсант ингән. Башҡортостандан Сибай күп профилле һөнәри колледжын тамамлаған Илнур Шәйхисламов «Төҙөлөш эштәре» категорияһының «Ташты архитектур эшкәртеү» категорияһында сығыш яһай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 25-29 августа Өфөлә IX «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионатының (WorldSkills Russia) финалы уҙҙы. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең 76 төбәгенән 1 786 конкурсант килде. Республика йыйылмаһы, дөйөм миҙал иҫәбендә 62 миҙал яулап, икенсе урынды алды.

https://www.bashinform.ru/news/1648986-radiy-khabirov-prinyal-uchastie-v-tseremonii-otkrytiya-chempionata-euroskills-graz-2021/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: WorldSkills
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть