Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Ольга Панчихина Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле итеп тәғәйенләнеүе ихтимал

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Ольга Панчихинаны республиканың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле вазифаһына тәҡдим итте.

– 23 сентябрҙә депутаттар Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында ошо кандидатураны ҡарай. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил һайланған депутаттарҙың күпселек тауышы менән тәғәйенләнә, – тине парламент рәйесе Константин Толкачев. – Ольга Панчихинаны барыһы ла белә, ентекләп таныштырырға кәрәкмәй. Йәмәғәт эшендә ҙур тәжрибәһе бар, республиканың Йәмәғәт палатаһын етәкләне, әүҙем эшмәкәрлек алып бара, байтаҡ социаль, хәйриә, мәғариф проекттары авторы, хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеге мәсьәләләрен тәрән аңлай. Уға балаларҙың хоҡуғын яҡлау кеүек мөһим өлкәне ышанып тапшырырға мөмкин тип уйлайым.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ант биргәндән һуң вазифаға тәғәйенләнгән тип иҫәпләнә.

Ольга Панчихина был вазифала 11 йыл эшләгән һәм Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланған Милана Скоробогатованы алмаштыра.

https://www.bashinform.ru/news/1648850-upolnomochennym-po-pravam-rebenka-bashkirii-mozhet-stat-olga-panchikhina-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть