Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан Хәйрисламовтар ғаиләһе — «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Был конкурсты Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды ойоштора. Девизы — «Минең ғаиләм – минең Рәсәйем».

Башҡортостандан конкурста биш номинацияла биш ғаилә ҡатнашты — Мәләүез районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе («Алтын ғаилә» номинацияһы), Краснокама районынан Дербеневтар ғаиләһе («Күп балалы ғаилә»), Салауат районынан Хәйрисламовтар ғаиләһе («Йәш ғаилә»), Бишбүләк районынан Сираевтар ғаиләһе («Ауыл ғаиләһе») һәм Өфө районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе  («Ғаилә – традицияларҙы һаҡлаусы»).

Конкурстың Бөтә Рәсәй этабында илдең 85 төбәгенән 366 ғаилә еңеү өсөн көрәште, 85 ғаилә еңеү яуланы. Улар араһында Салауат районынан Хәйрисламовтар ҙа бар.

Ирина һәм Айбулат Хәйрисламовтар 10 йыл элек ғаилә ҡорған. Улар икеһе лә эш һөйөүсән, маҡсатҡа ынтылыусан. Ғаилә башлығы үҙ эшен асҡан, Ирина Хәйрисламова — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, педагогтар араһында ойошторолған халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары еңеүсеһе. Ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә, улар ҙа, ата-әсәһе кеүек, бәләкәй саҡтан райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау сараһы ноябрҙә ойошторола. Конкурс йомғаҡтары буйынса Милли китап-йылъяҙма сығарыла. Ул ике баҫманы үҙ эсенә ала: тәүгеһендә — ғаиләләрҙең тарихтары, икенсеһендә Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1648882-semya-khayrislamovykh-iz-bashkirii-v-chisle-pobediteley-vserossiyskogo-konkursa-semya-goda/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть