Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

2022 йылда страховка пенсияларын индексациялау күләме билдәле булды

Иҡтисад

2022 йылда страховка пенсиялары 5,9 процентҡа арттырыла, тип хәбәр итте РИА Новости Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяковҡа һылтанма менән.

Министр һүҙҙәренсә, эшләмәгән пенсионерҙарға ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы йыллыҡ инфляциянан юғарыраҡ кимәлдә индексациялана.

«Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауынса, йыллыҡ инфляция 5,8 процент була. Шуны иҫәпкә алып, 2022 йылда индексация 5,9 процент кимәлендә ҡала», — тине Антон Котяков.
Эшләмәгән пенсионерҙың ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса йыллыҡ күләме 2022 йылда — 18 521 һум, 2023 йылда — 19 477 һум, 2024 йылда 20 469 һум була, тип билдәләне ул.

Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсиялары йыл һайын 1 ғинуарҙа индексациялана. 2021 йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияларының уртаса күләме 16 789 һәм тәшкил итә, быйыл уларҙы 6,3 процентҡа арттырҙылар.

https://www.bashinform.ru/news/1648509-nazvan-razmer-indeksatsii-strakhovykh-pensiy-v-2022-godu-/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть