Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсерәләр

Йәмғиәт

Башҡортостанда 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се һәм 10-сы класс уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсерәләр. Коронавирус буйынса эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, яҡын көндәрҙә үк уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсерә башлайҙар, тип хәбәр итте «Башинформ»ға республика хөкүмәтендәге сығанаҡ.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, дистанцион уҡыу форматы ике аҙнаға индерелә.

Бынан алда Башҡортостандың Спорт министрлығы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индергәйне. Роспотребнадзор идаралығы менән кәңәшләшкәндән һуң ведомство ошондай ҡарар ҡабул итте. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү 2021 йылдың 1 ноябренә тиклем ғәмәлдә була.

Шулай уҡ республикала планға ярашлы диспансеризация һәм медицина тикшереүҙәрен уҙғарыу ваҡытлыса туҡтатылды.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә аҙна дауамында республикала СOVID-19 менән сирләү кимәле юғары  –тәүлегенә 300-ҙән ашыу осраҡ теркәлә, республикала һәм илдә коронавирустан вакцинация темпының кәмеүе билдәләнә.

https://www.bashinform.ru/news/1648498-v-bashkirii-uchenikov-5-8-i-10-klassov-perevodyat-na-distantsionnoe-obuchenie/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть