Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа булдырылды

Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәтендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының республикала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе (Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар хоҡуҡтары буйынса вәкил) вазифаһы булдырылды. 21 сентябрҙә рәсми интернет-порталда Башҡортостан Башлығының кәңәшсе тураһында положениены раҫлаған указы баҫылған.

Вәкил вазифаһына 21 йәштән өлкән, Башҡортостан Республикаһында йәшәгән, юғары белемле, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә 12 айҙан күберәк эш тәжрибәһенә эйә булған Рәсәй гражданины тәғәйенләнә. Положениеға ярашлы, кәңәшсе вазифала йәмәғәт башланғысында эшләй. Дәғүәселәрҙе был вазифаға республика етәксеһе тәғәйенләй.

https://www.bashinform.ru/news/1648428-v-pravitelstve-bashkirii-poyavilas-novaya-dolzhnost/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть