Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә йорттарға йылы биреү билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә - мэрия

Йәмғиәт

Өфөлә йорттарға йылы биреү билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә, тип хәбәр иттеләр шишәмбе мэрияла уҙған матбуғат конференцияһында.

Бынан алда, синоптиктар фаразынан сығып, 22 сентябргә бөтә ҡулланыусыларға йылы биреү планлаштырылғайны.

«Муниципалитет билдәләнгән тәртип буйынса барлыҡ йорттарға йылы биреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Биш көн рәттән уртаса тәүлек температураһы плюс һигеҙ градустан түбән булырға тейеш. Әлегә бындай күренеш теркәлмәне, беҙ ундай ҡарар ҡабул итә алмайбыҙ, — тип белдерҙе Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин. — Миндә Башгидрометтың аҙна аҙағына тиклем фаразы бар. Шаршамбы беҙҙә уртаса һигеҙ градус йылы була, ти синоптиктар. Кесаҙна иһә плюс 18, ә шәмбе – плюс 19. Әгәр ғәмәлдәге фараз дөрөҫкә сыҡһа, йәкшәмбе, 26 сентябрҙән кире иҫәпте генә башлай алабыҙ. Ләкин барыһы ла үҙгәреүе мөмкин».

Баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары әйтеүенсә, техник яҡтан Өфө йылытыу миҙгеленә 100 процентҡа әҙер.

https://www.bashinform.ru/news/1648158-podacha-tepla-v-doma-ufy-poka-otkladyvaetsya-meriya/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть