Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларының 84% яҡыны коронавирустан прививка эшләткән

Йәмғиәт

Башҡортостанда мәктәп уҡтыусыларының 84% яҡыны коронавирустан прививка эшләткән. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин оператив штаб ултырышында республика уҡыу йорттарында коронавирусҡа бәйле хәл тураһында һөйләне.

«Дөйөм алғанда, республикала мәктәп уҡытыусыларының 84% яҡыны прививка яһатҡан. Шул уҡ ваҡытта күпселек муниципалитеттарҙа күрһәткестәр 50% алып 100% тиклем тирбәлә. Уҡыусылар араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың күбәйеүе лә беҙҙе һағайта», — тип билдәләне республиканың мәғариф министры.

Оперштаб йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыу йорттарында иҫкәртеү сараларын көсәйтергә ҡушты. Бынан тыш, республика етәксеһе мәҙәни сараларҙа, ябыҡ биналарҙа спорт ярыштарын ойошторғанда, йәмәғәт транспортында социаль арауыҡты һәм санитар нормаларҙы һаҡлауҙы ныҡлы контролдә тотоу кәрәклеген билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/1648045-v-bashkirii-privivku-ot-koronavirusa-sdelali-okolo-84-shkolnykh-uchiteley/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть