Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн 2,48 миллион кешегә прививка яһарға кәрәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн 2,48 миллион кешегә прививка яһарға кәрәк. Был турала республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

«Республикала коронавирус инфекцияһының артабан таралыуын туҡтатыу өсөн 2,48 миллион кешегә прививка яһарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Ил, республика – үҫешергә, халыҡ вирустан һаҡланырға тейеш».

20 сентябргә мәғлүмәттәр буйынса, республикала 1 251 730 кеше – коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын, 1 138 538 кеше икенсе компонентын ҡаҙатҡан.

Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, республиканың көньяғында һәм көнбайышында, шулай уҡ Урал аръяғында ҡайһы бер муниципалитеттар коронавирусҡа ҡаршы уртаса вакцинация темптарынан ҡалыша.

https://www.bashinform.ru/news/1648031-v-bashkirii-dlya-effektivnoy-borby-s-covid-19-nuzhno-privit-2-48-mln-zhiteley/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть