Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Пермдә һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Пермь дәүләт милли тикшеренеү университетында атыш ваҡытында һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

«Пермдә фажиғә. Кешеләр үлде. Бер ғәйепһеҙҙәр. Кем ғәйепле, бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә, – быны асыҡларға кәрәк. Ҡайғырабыҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы 20 сентябрҙә Пермь дәүләт университетында Тимур Бекмансуровтың студенттарға һәм үтеп барыусыларға мылтыҡ менән ата башлауы хаҡында хәбәр иткәйне. Республика етәксеһе сираттағы тапҡыр мәктәптәрҙә, колледждарҙа, университеттарҙа барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын тикшерергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/1647890-radiy-khabirov-vyrazil-soboleznovaniya-rodnym-i-blizkim-pogibshikh-v-permi/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Пермь
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть