Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Ете йөҙ арҙаҡлы шәхестең биографияһы «Тәтешле энциклопедияһы»на инде

Мәҙәниәт

«Без урман башҡорты буламыз» — үҙенең шәжәрәһен ошондай юлдар менән  имам, мәғрифәтсе, рухи лидер Мөхәммәт Ғәли Соҡорой башлап ебәргән.  "Тәтешле энциклопедияһы"нда уның һәм башҡа ошо данлы, бай тарихлы  төбәктән сыҡҡан шәхестәрҙең биографияһын, бөгөнгөгә ҡағылышлы  мәғлүмәттәрҙе уҡырға мөмкин. Ошо көндәрҙә китаптың исем туйы үткән.

Китап  энциклопедистиканың барлыҡ талаптарына яуап бирә, уға мең ярым самаһы  мәҡәлә, 600-ҙән ашыу иллюстрация ингән. Шартлы рубрикатор төбәк тарихы,  уның бөгөнгө административ ҡоролошо, ижтимағи-иҡтисади, мәҙәни тормошо  хаҡындағы яҙмаларҙы айырып ҡарау мөмкинлеген бирә. Баҫмала райондың төп  географик объекттары, тәбиғәт ресурстары, үҫемлектәр һәм йәнлектәр  донъяһы тураһында ла мәғлүмәттәр бар.

Энциклопедия Тәтешле  ерендә тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәр тураһында ла һөйләй. Был исемлектә  ғалим-мәғрифәтселәр Мөхәммәт Ғәли Соҡорой, уның улы Ғарифулла Кейеков,  Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, халыҡ артисы Зинира  Атнабаева, билдәле сәнғәт әһелдәре Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи,  Фина Вәлиева, Гөлзәмиә Ситдиҡова һәм тағы ла ете йөҙгә яҡын арҙаҡлы  шәхестең — тәтешлеләрҙең ғорурлығы булған кешеләр хаҡында мәғлүмәт  бар.

«Беҙҙең район өсөн "Тәтешле энциклопедия"һы сығыуы —  күптән көтөлгән ҙур ваҡиға. Бында тарихыбыҙ хаҡында уникаль мәғлүмәттәр  тупланған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ — аҫаба башҡортар тураһында ла  тәфсирләп яҙылған. Энциклопедияны тыуған яҡтың тарихы буйынса белешмә  тиергә мөмкин. Уны мотлаҡ уҡыусыларға да тәҡдим итәсәкмен», — ти  тарихсы, уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Нилә Лоҡманова.

Был  күләмле, төплө баҫманы әҙерләүҙә урындағы барлыҡ тарихсылар, тыуған  яҡты өйрәнеүселәр, педагогтар, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауыл музейҙары  хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан, тап улар ярҙамында Тәтешле ерен данлаусы  кешеләр һәм тарихҡа бәйле уникаль мәғлүмәттәрҙе бергә туплап баҫтырыу  мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Процесс менән фәнни-методик етәкселекте —  мәҡәләләрҙе туплауҙы, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙе, материалдарҙы архивтарҙа  тикшереүҙе «Башҡортостан энциклопедияһы» хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә алған.  Фәнни яҡтан тарихсылар, географтар, иҡтисадсылар ярҙам иткән.

«Тәтешле  энциклопедия" һында ғалимдар ошо төбәктә йәшәгән башҡорттар тураһында  ҡыҙыҡлы мәғлүмәт биргән. Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостан тарихының тотош  республика тарихы менән ни тиклем тығыҙ бәйле булыуына хайран ҡалырлыҡ»,  — ти китапханасы Алина Ғәлиуллина.

Проект «Рәсәй милләттәре  берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының  этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

https://www.bashinform.ru/news/1647942-biografii-700-vydayushchikhsya-lichnostey-voshli-v-tatyshlinskuyu-entsiklopediyu/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть