Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 1,129 миллиондан ашыу кеше коронавирустан прививка яһатҡан

Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтергә тейешле 2,4 миллион кешенең 1,129 миллиондан ашыуы вакцинаның ике компонентын да алған. Был турала дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытҡа коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн республикаға яҡынса 1,675 миллион доза вакцина килтерелгән.

«1,129 миллиондан ашыу кешегә прививка яһау тамамланған. 1,244 миллион самаһы кеше вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан, был алынған вакцинаның 75 процентын тәшкил итә, — тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры. — Ял көндәрендә республикала 15 меңдән ашыу кеше прививка эшләткән. Вакцинация үткән 60 йәштән өлкән кешеләрҙең һаны хәҙер 305 меңгә еткән».

Республиканың 203 медицина пунктында халыҡҡа коронавирустан прививка яһау ойошторолған.

Вакцинация темпы буйынса Башҡортостан бөгөн Рәсәйҙә 15-се урынды биләй, вакцинаны файҙаланыу темпы буйынса иһә 24-се урында тора.

Грипҡа ҡаршы вакцинацияға килгәндә, хәҙерге ваҡытҡа республикаға 1,183 меңгә яҡын ошондай вакцина килтерелгән. Башҡортостанда 443 мең кеше грипҡа прививка яһатҡан, тип йомғаҡ яһаны Максим Забелин.

https://www.bashinform.ru/news/1647686-bolee-1-129-mln-zhiteley-bashkirii-vaktsinirovany-ot-covid-19/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть